“УФАОРГСИНТЕЗ”, ААЙ. Нефтехимия продукцияһын етештерә. Составына синтетик этил спирты, фенол һәм ацетон, полиэтилен, полипропилен, тауар, сервис производстволары инә. 2009 й. 2309 кеше эшләгән; етештерелгән (мең т): изопропилбензол – 94,9, фенол – 60,1, ацетон – 37,4, α‑метилстирол – 10,7, полиэтилен – 90,0, этилен‑пропилен каучук – 2,8, бутилен‑бутадиен фракцияһы – 21,1, полипропилен – 114,4. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә.

1949 й. ойошторола, 1956 й. Өфө синтетик спирт з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла (1958 й. алып ВЛКСМ‑дың 40 йыллығы ис.),  1994 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын ала. Пр‑тиела СССР‑ҙа тәүгеләрҙән булып юғары баҫымлы полиэтилен (1960), синтетик этил спиртын эшкәртеү юлы м‑н бутил спирты (1961) алына, этилен‑пропилен каучук (1967), изопропилбензол (1959), уны каталитик дегидрирлаштырып – αα‑метилстирол (1960) һәм окисландырып – фенол м‑н ацетонды бергә алыу (1964) производстволары сафҡа индерелә; БР-ҙа тәүге тапҡыр полипропилен етештереү башлана (1997). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1966). Пр‑тие м‑н  Б.М.Лерман, Е.П.Шерстобитов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Әҙәб.: КочергинН.М. Первенец Башкирской нефтехимии. Уфа, 1973

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Илл.: “Уфаоргсинтез” ААЙ. Полипропиленды фасовкалау линияһы