“УФАМОЛАГРОПРОМ”, “Вимм-Билль-Данн” ААЙ (Мәскәү) филиалы. Һөт эшкәртеү һәм һөт продукцияһы (ш. иҫ. “Чудо”, “Домик в деревне”, “Весёлый молочник”, “BioMax”, “М”, “Рыжий Ап” маркалары) етештереү б‑са респ. иң ҙур пр‑тие. Составына ҡабул итеү‑аппарат, татлы эремсек‑эремсек, сыр яһау цехтары; склад хужалығы, тара һәм әҙер продукция складтары инә. 2009 й. 594 кеше эшләгән; 79,5 мең т айыртылмаған һөт продукцияһы, 1,3 – май, 8,1 — майһыҙ продукция, 1,5 мең т — сыр етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла.

1970 й. ойошторола, 1971 й. файҙаланыуға тапшырыла һәм Өфө ҡала һөт з‑ды (1931 й. нигеҙләнгән) м‑н берләштерелгәндән һуң Өфө һөт комб‑ты (етештереү ҡеүәте сменаһына 240 т һөт), 1993 й. алып хәҙ. исемдәге ААЙ, 2001 й. — “Вимм‑Билль‑Данн” компанияһы составында, 2007 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тиела ҡатыҡ, тоҙло ҡорот (икеһе лә — 1972 й.), ҡымыҙ (1987), ҡыҙыл эремсек (1998) һ.б. етештереү үҙләштерелгән; СССР‑ҙа тәүге тапҡыр стерилләнгән аҡ май һәм оҙаҡ һаҡлана торған иретелгән сыр (1975), БР-ҙа тәүге тапҡыр — стерилләнгән һөт етештереү үҙләштерелә, РФ‑та тәүге тапҡыр TFA төргәктәрен гофр ҡапҡа төрөүсе эшләнә һәм файҙаланыуға индерелә (икеһе лә — 2003 й.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.