УФАГРАЖДАНСТРОЙ тресы, ААЙ. Биналар һәм ҡоролмалар, торлаҡ һ.б. төҙөүҙе һәм реконструкциялауҙы тормошҡа ашыра. Составына 9-сы ремонт‑төҙөлөш идаралығы, 2‑се төҙөлөш‑монтаж идаралығы һ.б инә. 2009 й. 110 кеше эшләгән.

1923 й. Дәүләт төҙөлөш контораһы булараҡ ойошторола, 1947 й. “Горжилкоммунстрой” Өфө тресы, 1964 й. “Башремстрой” тресы м‑н берләшкән, унан 1965 й. трестың Өфө ремонт‑төҙөлөш идаралығы айырыла, уның базаһында 1‑се һәм 2‑се Өфө ремонт‑төҙөлөш идаралығы ойошторола, 1966 й. пр-тиелар берләшкәндән һуң –  “Уфагорремстрой” тресы, 1987 й. башлап Өфө төҙөлөш тресы, 1990 й. – ҠП, 1991 й. алып акционерҙар пр‑тиеһы, 1996 й. – “Уфагражданстрой” акционерҙар пр‑тиеһы ААЙ, 2004 й. башлап “Уфагражданстрой тресы”. Пр‑тие тарафынан А.М.Матросов һәм М.Х.Ғөбәйҙуллинға, Ш.Ә.Хоҙайбирҙинға һәйкәлдәр ҡоролған, Ленин мемориалы объекттары, Урыҫ драма театры төҙөлә, Опера һәм балет театры, БДУ‑ның биол. ф‑ты биналары, Еңеү паркы (бөтәһе лә –  Өфө) реконструкциялана. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1976).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев