“УФАГОРПРОЕКТ”, МУП. 1990 й. Өфөлә проект ин‑ты булараҡ ойошторола, 2000 й. алып “У.” МУП‑ы, 2007 й. ябыла. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: ҡала төҙөлөшө, производство объекттарын һәм торлаҡ‑гражданлыҡ тәғәйенләнешле объекттарҙы, инженерлыҡ инфраструктураһын проектлау. “У.” составына 14 бүлек ингән. 2006 й. 68 кеше эшләгән. 300‑ҙән ашыу проект, ш. иҫ. Сипайлов микрорайонында физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, Дим р‑нында Хәрби дан музейы филиалы, Орджоникидзе р‑нында адм. биналар, торлаҡ йорттар, гараждар төҙөү, адм. биналарҙы, 18‑се ҡала клиник дауаханаһын һәм 17‑се балалар клиник дауаханаһын, ЗАГС‑тың Өфө ҡала бүлеген, Респ. бешеүҙе дауалау үҙәген, Өфө мәктәп‑интернаты №30 (бөтәһе лә — Өфө) һ.б. реконструкциялау проекттары әҙерләнгән; “Башҡортостан Республикаһында төбәктең биоэнергетик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып торлаҡ зонаһы өсөн территориялар һайлау буйынса ваҡытлыса тәҡдимдәр”, “Өфө ҡ. иҡтисади‑планлаштырыу зоналарының үҙәктәре схемаһы” һ.б. эшләнгән. Дир.: А.И.Пучков (1990 й. алып), Р.Ғ.Саҙрисламов (1995 й. алып), А.И.Курочкин (2000 й. алып).

А.И.Курочкин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018