“УФААВИАПРОЕКТ” а в и а ц и я с ә н ә ғ ә т е н е ң п р о е к т - к о н с т р у к т о р л ы ҡ и н с т и т у т ы, ААЙ. 1975 й. Өфөлә 47‑се махсус проект бригадаһы базаһында “ГипроНИИавиапром” (Мәскәү) филиалы булараҡ ойошторола, 1992 й. алып “У.” ин‑ты, 2002 й. — хәҙ. исемдәге ФДУП, 2003 й. башлап хәҙ. статусын ала. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: производство объекттары һәм торлаҡ‑гражданлыҡ тәғәйенләнешле объекттары төҙөү һәм реконструкциялау өсөн проект‑смета документацияһы әҙерләү һәм сығарыу. Составына 8 бүлек инә. Институтта 30 хеҙм‑р эшләгән (2009). Белгестәр тарафынан 60‑тан ашыу проект, ш. иҫ. Киров һәм Октябрь р‑ндарында ер аҫты гараждары һәм автотуҡталҡалар төҙөү, Инорс микрорайонында адм. биналарҙы, дауахана һәм поликлиниканы, Республика клиник дауаханаһын, 13‑сө ҡала клиник дауаханаһын, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһен, “Амстар” ААЙ бинаһын, “Гидравлика” ФДУП‑ының, “Химфарм” ҒПП ЯСЙ‑ның цех участкаларын (бөтәһе лә — Өфө), БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Стәрлебаш а. үҙәк район клиник дауаханаһын һ.б. реконструкциялау проекттары әҙерләнә. Дир.: В.В.Лысов (1975 й. алып), Н.П.Горбунов (1980 й. алып), А.А.Дерновой (1984 й. алып), К.А.Доронин (1987 й. алып), И.Л.Ноғоманова (1995 й. алып), В.Б.Горностаев (1998 й. алып), Е.Н.Анфимов (2000 й. алып), Н.Х.Шәңгәрәева (2005 й. алып).

Н.Х.Шәңгәрәева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018