УТҮЛӘН ҺЫМАҠТАР (Pyrolaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 4 заты, яҡынса 30 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Мәңге йәшел үлән. Башҡортостанда 4 затҡа ҡараған 7 төрө үҫә. Оҙон тамырһабаҡлы (ябай берсәскәнән башҡа) күп йыллыҡ мәңге йәшел үләндәр. Һабаҡтары йомро, төҙ йәки күтәрелеүсән, һирәк япраҡлы. Япраҡтары ябай, ялтыр; һабаҡ япраҡтары — ваҡ, йыш осраҡта тәңкә рәүешле, ултырма; тамыр яны япраҡтары — овал, эллипс, йомортҡа йәки оҙонса шына формаһында, һаплы, розеткаға йыйылған. Сәскәләре ваҡ, һирәгерәк эре, аҡ, һарғылт йәшел йәки алһыу төҫтә, дөрөҫ төҙөлөшлө, ике енесле, 4—5 өлөшлө (каса япрағы айырым япраҡсалы, таж япраҡсалары ҡушылып үҫкән). Һеркәстәре 10, һирәгерәк 8, емешлеге 1, емшәне өҫкө. Сәскәлеге — сатырҙар йәки суҡтар; ҡайһы берҙә сәскәләре яңғыҙар. Бөжәктәр (күбәләктәр, ике ҡанатлылар, яры ҡанатлылар һ.б.), ел ярҙамында, үҙенән‑үҙен һеркәләнергә мөмкин. Емештәре — күп орлоҡло ҡумта. Орлоҡтары ваҡ, урман япмаһы аҫтында барлыҡҡа килгән һауа ағымдары ярҙамында тарала. У.һ. ҡарағай, шыршы‑аҡ шыршы, ылыҫлы‑киң япраҡлы, һирәгерәк япраҡлы урмандарҙа үҫә, бәшмәктәр м‑н микоризаға инә. Декоратив үҫемлектәр (уртансы утүлән, шиңгән тәлгәшүлән һ.б.), баллы үҫемлектәр (сатырлы ҡышһөйәр, ябай берсәскә). Составында тритерпен һәм фенол берләшмәләре булған түңәрәк япраҡлы утүлән, ябай берсәскә һ.б. халыҡ медицинаһында ҡулланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына үҫемлектең һирәк төрө — сатырлы ҡышһөйәр индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018