УТКИН Анатолий Михайлович (2.11. 1958, Өфө), тренер. Хәҙерге бишбәйге б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2006), СССР‑ҙың спорт мастеры (1979). БАХИ‑ны тамамлаған (1984). Хәҙ. бишбәйге б‑са респ. СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.М.Зинковский). 1979 й. алып хәҙ. бишбәйге б‑са “Урожай” ДСО‑һының тренер‑уҡытыусыһы (1984 й. башлап өлкән тренеры), 1987 й. — Бөтә Союз профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәте Башҡ‑н өлкә советының, 1991 й. – респ. СДЮСШОР‑ының өлкән тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.Р.Хәлилов, О.Н.Шакиров, ш. уҡ 40‑ҡа яҡын СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.