УҪЫЛЫБАШ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Уҫылы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 34 км алыҫлыҡта Уҫылы й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 596 кеше; 1920 — 713; 1939 — 563; 1959 — 461; 1989 — 378; 2002 — 370 кеше. Сыуаштар йәшәй. Халҡы “Авангард” АХПК‑нда эшләй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

    Ауылға 19 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙендә дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. 50 йортта 363 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. миссионер мәктәбе, бакалея кибете, ел тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. М.Н.Данилов‑Чалдун ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов