УҪЫБАШ, Т ү л е б а й, Благовещен р‑нындағы ауыл, Октябрьский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 81 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 81 км алыҫлыҡта Уҫы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 181 кеше; 1920 — 208; 1939 — 217; 1959 — 243; 1989 — 188; 2002 — 116; 2010 — 93 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са (1763 й. рәсмиләштерелгән) яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала, 1758 й. алып билдәле. Исеме гидронимдан алынған. 1865 й. 9 йортта 50 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.