УСТЬ‑ҮГЕҘ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Заимка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 105 км һәм Һилейә т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 180 км алыҫлыҡта Юғыҙ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 29 кеше; 1939 — 209; 1959 — 616; 1989 — 147; 2002 — 104; 2010 — 86 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Златоуст өйәҙендә нигеҙ һалына, 1896 й. алып Үгеҙ исеме м‑н билдәле (5 йортта 15 кеше йәшәгән). 20 б. 30‑сы йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.