УСТЬ‑ӘЙӘҘ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Заимка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 113 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 188 км алыҫлыҡта Аяҙ й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 96 кеше; 1920 — 118; 1939 — 324; 1959 — 390; 1989 — 397; 2002 — 255; 2010 — 227 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы бар. Ауылға Троицк өйәҙе Ҡошсо улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1816 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Әйәҙ исеме м‑н ш. уҡ өйәҙҙең Мәтәле а. дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1896 й. (хәҙ. исемдә) 10 йортта 86 кеше йәшәгән. 1906 й. тимерлек теркәлгән.

Н.И.Черепанова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.