УСТИЛЯГО (Ustilago), торон бәшмәктәр заты. Яҡынса 350 төрө билдәле, киң таралған. Ҡыяҡлыларҙың облигат паразиттары. Мицелийы дикариотик, күҙәнәк‑ара. Базидиялары 4 күҙәнәкле, тынлыҡ хәлендәге споранан (телиоспоралар) үҫеп сыға. Телиоспоралары эре, ҡара төҫтә, сәнскеле, һирәгерәк шыма, диам. яҡынса 15 мкм, хужа үҫемлектәрҙең генератив йәки вегетатив ағзаларында үҫешә. Торон башлыса емшәндәрҙе, башаҡтарҙы, һеперткеләрҙе, сәкәндәрҙе, ш. уҡ һабаҡтарҙы, япраҡтарҙы, тамыр муйындарын зарарлай, уларҙы саң йәки ҡаты спора массаһына әйләндерә. Зарарланыу орлоҡтарҙың шытып сығыу, үҫемлектәрҙең башаҡланыуы һәм сәскә атыуы ваҡытында, ҡайһы берҙә бөтә вегетация осоронда барырға мөмкин. БР‑ҙа башлыса саң тороно — яҙғы бойҙайҙа, ҡаты япмалы — һолола, ҡаты таш — арпала һ.б. таралған. Кукуруздың ҡыуыҡлы тороно билдәле, ул диам. 1–20 см булған, телиоспоралар өлгөргәндә ярылыусан аҡһыл йәки алһыу төҫтәге мицелиаль плёнка м‑н ҡапланған шешмәктәр барлыҡҡа килтереп үҫемлекте зарарлай. У. төрҙәре (ашлыҡтыҡынан башҡа) болон ҡыяҡлыларына зыян килтерә. У. споралары м‑н зарарланған бесән мал өсөн зарарлы. Иген культураларының уңышын кәметә.

З.Е.Ҡылысова, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова