УСПЕНКА, Благовещен р‑нындағы ауыл, Иҙәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 19 км алыҫлыҡта Иҙәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 125 кеше; 1959 — 128; 1989 — 147; 2002 — 131; 2010 — 139 кеше. Мариҙар, урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Өфө кантонында ш. уҡ кантондың Крюков яңы ауылы кешеләре нигеҙ һалған, тип фараз ителә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов