УСПЕНКА, Архангел р‑нындағы ауыл, Краснокуртовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 38 км һәм Приуралье т. юл ст. Т. табан 42 км алыҫлыҡта Ҡорт й. (Эҫем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 48 кеше; 1939 — 266; 1959 — 241; 1989 — 97; 2002 — 117 кеше. Сыуаштар йәшәй. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

    Ауылға 20 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙендә сыуаштарУспение ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1917 й. 20 йортта 95 кеше йәшәгән. 30‑сы йй. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә һәм хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов