БАЛАЛАР ПУЛЬМОНОЛОГИЯ ШИФАХАНАҺЫ. Ишембай ҡ. урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра −15,5°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 19°С). 1980 й. ҡала балалар пульмонология шифаханаһы булараҡ асыла, 1992 й. алып — респ. балалар пульмонология шифаханаһы, 2011 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Тын алыу ағзалары ауырыуҙары булған 3—11 йәшлек балаларҙы дауалау һәм ял итер өсөн тәғәйенләнгән. Шифахана йыл әйләнәһенә эшләй, 100 урынға иҫәпләнгән (2011). Галотерапия, дауалау физкультураһы, диетотерапия, физиотерапия ҡулланыла, антибактериаль һәм патогенетик дауалау һ.б. үткәрелә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика