УСНЕЯ (Usnea), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американың субарктик, уртаса бүлкәттәрендә һәм Үҙәк Америкала таралған. Башҡортостанда һаҡаллы У., еп һымаҡ У., яланғас У. һ.б. 11 төрө үҫә. Талломдары тармаҡлы, тырпайып йәки бер аҙ һалынып тороусан, ныҡ тармаҡланған, һорғолт йәки һарғылт‑йәшел төҫтә, төбөндә (гомф) төп ботағы ҡара төҫтә; үҙәк өлөшөндә үҙ-ара тығыҙ тоташҡан гифтарҙан барлыҡҡа килгән бау бар. Таллом ботаҡсалары цилиндр формаһында, оҙонлоғо 0,05–2 м, ҡайһы берҙә ҡыҫылған йәки соҡорло, өҙлөкһөҙ йәки ярғыланған тышҡы ҡатлам м‑н, шыма йәки имсәләр, төйөрсөктәр, фибриллалар м‑н ҡапланған. Ботаҡтарының өҫтөндә һәм соралияларында (соредияларҙың йыйылмаһы) күп һанлы ҡыҫҡа изидиялар, ҡайһы берҙә көрәк остарында – апотециялар үҫешә. Соредиялар, һирәгерәк осраҡта таллом киҫәктәре ярҙамында үҫешә. Ылыҫлы ағастарҙың олондарында һәм ботаҡтарында үҫә. Васмут У., лапландия У., сәскәле У. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән, Мораҙым тарлауығы тәбиғи паркы, Башҡорт ҡурсаулығы, Шүлгәнташ ҡурсаулығы, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы терр‑яһында һаҡлана.

С.Е.Журавлёва

Тәрж. Г.А.Миһранова

Илл.: Лапландия уснеяһы (Usnea lapponica)