УҪМАНТАШЛЫ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Уҫман‑Ташлы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 25 км һәм Туймазы т. юл ст. К. табан 35 км алыҫлыҡта Ҡыҙаш й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1304 кеше; 1920 — 1786; 1939 — 1441; 1959 — 1118; 1989 — 593; 2002 — 547 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй. У.‑Т. — “Байраҡ” ЯСЙ‑ның үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1737 й. алып Ташлы исеме м‑н билдәле. 1753 й., 1764 й., 1793 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында типтәрҙәр, 1859 й. тиклем Минзәлә өйәҙе Бүҙәнә а. керҙәш башҡорттар һәм татар дәүләт крәҫтиәндәре килеп ултыра. 1795 й. 44 йортта 252 кеше йәшәгән, 1865 й. 153 йортта — 823 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 19 б. 1‑се ярт. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Р.Хәмид, Ә.Ф.Хәйретдинов ошо ауылда тыуған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов