УСМАНОВА Клара Фуат ҡыҙы (18.4.1952, Ҡустанай ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д-ры (1966). Л.Ф.Усманованың һеңлеһе. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1974)  шунда уҡ эшләй (1997 й. алып иҡт. теорияһы каф. мөдире), 2002 й. башлап Төмән а.х. акад. соц.‑иҡт. фәндәре каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ үҫешенә, етештереү процестарының иҡт. механизмына арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Рыночная стратегия предпринимательства. Екатеринбург, 1994 (авторҙ.); Основы предпринимательства. Уфа, 1998.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев