УСМАНОВ Искәндәр Йософ улы (15.10.1950, Өфө), үҫемлектәр физиологы, эколог. Биол. ф. д‑ры (1987), проф. (1991). Й.А.Усмановтың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Биол. ин‑тында (1990 й. алып төп ғилми хеҙм‑р) эшләй. 1989 й. башлап БДУ‑ның үҫемлектәр физиол. каф. мөдире, 2008 й. — ӨДИСА‑ның Туризм һәм коммуникация ин‑ты директоры. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәрҙең ҡулайлашыу стратегияларының төрлө типтары формалашыуы механизмдарын, дарыуүҫемлектәренең экологияһы һәм физиол. активлығын өйрәнеүгә; Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә арналған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.:Экологическая физиология растений. М., 2001 (авторҙ.); Лекарственные растения Башкортостана. Биология и основы органического растениеводства. Уфа, 2002 (авторҙ.); Атлас туристических ресурсов Республики Башкортостан. Уфа, 2007 (авторҙ.).

 

Тәрж. Г.А.Миһранова