УҪМАНҒӘЛЕ, Белорет р‑нындағы ауыл, Инйәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 101 км һәм Инйәр т. юл ст. Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 278 кеше; 1920 — 323; 1939 — 386; 1959 — 538; 1989 — 326; 2002 — 374 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы Инйәр урман хужалығында, Инйәр а. пр‑тиеларында эшләй. Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Әлимғол Уҫманғәлин билдәле. Шулай уҡ Өшөрә, Ҡаҙмаж исемдәре м‑н билдәле булған. 1795 й. 19 йортта 106 кеше йәшәгән, 1866 й. 39 йортта — 200 кеше. Малс‑ҡ, солоҡсолоҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, пристань булған. 1900 й. мәсет, һыу тирмәне теркәлгән. 40‑сы йй. У. 30‑сы йй. нигеҙләнгән Яңы Уҫманғәле а. ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов