УҪМАН, Ҡ а ҙ м о р о н, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Төрөмбәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 26 км һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 38 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 277 кеше; 1920 — 395; 1939 — 248; 1959 — 210; 1989 — 251; 2002 — 312 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы “Уңыш” АХПК‑нда эшләй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, балалар баҡсаһы, клуб бар.

    Ауылға 18—19 бб. араһында Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Усман Ибраһимовтың исеме м‑н аталған (ҡара: Ибраһимовтар). 1865 й. 3 йортта 170 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет теркәлгән. Ауыл эргәһендә Усман торамалары табылған.

М.Х.Сафин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов