УСМАН Ғәбдерәхим әл-Болғари, Ғ ә б д е р ә х и м У т ы ҙ И м ә н и (1752, Ҡазан губ. Яңы Ҡадый а. – 1835, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Мерәҫ а., хәҙ. БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Иҫке Мерәҫ а.), суфый шағир. Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһен тамамлаған. 1788 й. алып Бохара, Сәмәрҡәнд, Һират, Ҡабул ҡҡ. белем ала, уҡытыу эшмәкәрлеге м‑н шөғөлләнә. 1798 й. башлап Мерәҫтә йәшәй, Л.У.Ибраһимов (ҡара: Ибраһимовтар) тарафынан уллыҡҡа алынған, тип фараз ителә. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡыта. Уның т‑да мәғлүмәт Р.Ф.Фәхретдиновтың “Аҫар” китабына индерелгән. Ижади мираҫы күп яҡлы. Унда төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрендә художестволы әҫәрҙәр, лингвистика, фәлс. һәм теология б‑са хеҙмәттәр ингән. Шиғри әҫәрҙәре “Ғәуариф әз‑заман” (“Замана уҡымышлылары”), “Әбйәте төрки фи фазиләте ғилем” (“Ғилемдең өҫтөнлөгө тураһында төркисә бәйеттәр”), “Тәнзиһ әл‑әфкар фи нәсаих әл‑әхйәр” (“Фекерҙәрҙе пакландырыусы файҙалы кәңәштәр”) һ.б. йыйынтыҡтарҙа тупланған. Шиғриәтенең төп темалары – йәшәйештең ҡатмарлылығы һәм ҡапма‑ҡаршылылығы, кешеләрҙең тигеҙһеҙлеге, әхлаҡ, намыҫлылыҡ, белемдең әһәмиәте, дуҫлыҡтың мәғәнәһе. Шағир дин әһелдәренән һәм чиновниктарҙан әсе көлә. Ижадында көнсығыш әҙәбиәтенең бөтә традицион жанрҙары ла бирелгән: ғәзәл, мәҫнәүи, мөнәжәт, хикмәт һ.б. Шиғриәтте яңы алымдар һәм саралар м‑н байыта. Мөхәммәт Ғазалиҙың “Ихья әл‑ғөлүм әд‑дин” (“Дин тураһындағы фәндәрҙең тергеҙелеүе”) китабына һәм “Джами әр‑румуз” (“Билдәләр йыйынтығы”) дәреслегенә һ.б. һүҙлек‑аңлатмалар төҙөй; Аллаяр суфыйҙың “Ҫөбат әл‑ғажизин” (“Көсһөҙҙәр ныҡлығы”) һәм “Морат әл‑ғарифин” (“Уҡымышлыларҙың маҡсаттары”) хеҙмәттәренә, Аттар, Руми, Сәғҙи әҫәрҙәренә аңлатмалар бирә һәм күсереп яҙа. Ҡол Ғәлиҙең “Ҡиссаи Йософ” әҫәре тексының төрлө варианттары нигеҙендә У. тарафынан төҙөлгән йыйынтыҡ 1839 й. Ҡазанда баҫыла. У. ҡулъяҙмалары Ғилми архивта, Милли китапханала, Ҡазан архивтарында һаҡлана.

Ә ҫ ә р ҙ.: Шигырьләр, поэмалар. Казан, 1986.

Әҙәб.: Х ө с ә й е н о в Ғ. Утыҙ Имәни—Ғәбдрәхим Усман //Ватандаш. 1997. №12; А с ф а н д и я р о в А.З. История сёл и деревень Башкортостана. Кн.7. Уфа, 1997.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов