УҪМАН, Ғафури р‑нындағы ауыл, Сәйетбаба а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 50 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Һәйроҡто й. (Мәндем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 675 кеше; 1920 — 675; 1939 — 521; 1959 — 441; 1989 — 397; 2002 — 302 кеше. Башҡорттар йәшәй. Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Кесе‑Табын  улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Ҡыҙрай Усманов билдәле. 1795 й. 45 йортта 191 кеше йәшәгән, 1865 й. 80 йортта — 501 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете булған. Шулай уҡ Яңы Уҫман булараҡ теркәлгән. У. эргәһендәге Һәйроҡто й. йылға бағыры ҡурсаулығы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.  

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов