УҪМАН, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Көҙәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 52 км алыҫлыҡта Төрөш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 243 кеше; 1939 — 348; 1959 — 211; 1989 — 135; 2002 — 115 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы “Иҫке Бүздәк‑агроинвест” ЯСЙ‑нда эшләй. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

    Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Иҫке Абзан а. (хәҙ. Благовар р‑ны) кешеләре Юныс ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 20‑се йй. Усман‑Юныс ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

З.М.Цуканова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов