УҪМАН, Балтас р‑нындағы ауыл, Нөркә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 14 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 78 км алыҫлыҡта Ҡыйғаҙы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1050 кеше; 1920 — 1211; 1939 — 769; 1959 — 544; 1989 — 244; 2002 — 189; 2010 — 151 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар. Ауылға 1738 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Имән а. яһаҡлы татарҙары (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1740 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмө, 19 б. уртаһында — мишәрҙәр килеп ултыра. Тәүге төпләнеүсе Асман (Оcман, Уҫман) Әзмәтов исеме м‑н аталған. 1865 й. 131 йортта 754 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, 3 бакалея кибете теркәлгән. Р.З.Латипов, В.С.Сөләймәнов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.