УҪМАН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Таштамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта Түрҫәгәҙе й. (Ауырғазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 413 кеше; 1920 — 363; 1939 — 330; 1959 – 297; 1989 — 183; 2002 — 172 кеше. Татарҙар йәшәй. Халҡы “Таштамаҡ” АХПК‑нда эшләй. Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

    Ауылға 1705 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар Түб. Мәҫәле булараҡ нигеҙ һала. 18 б. 2‑се ярт. Түрҫәгәҙе, Түрҫәгәҙе‑Уҫман булып теркәлә. 1810 й. ш. уҡ шарттарҙа бында Сембер губ. Ҡурмыш өйәҙенең Миҙән а. хеҙмәтле татарҙары килеп ултыра. Тәүге төпләнеүсе Усман Ишемовтың исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Тос‑Усман исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 28 йортта 182 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Н.М.Ризуанов ошо ауылда тыуған.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов