УҪАҠЛЫ, Архангел р‑нындағы ауыл, Баҡалды а/с ҡарай.Район үҙәгенән К.‑Көнс. 28 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Баҫыу й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 9 кеше; 1939 — 49; 1959 — 241; 1989 — 300; 2002 — 226 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

    Ауылға 20 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙендә Шишкин утары урынында Уҫаҡлы кордоны булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. алып Уҫаҡлы ҡасабаһы булараҡ теркәлә, 80‑се йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов