УҪАҠКИСЕҮ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Калинин а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Мәнәүез й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1032 кеше; 1920 — 1337; 1959 — 1063; 1989 — 816; 2002 — 824; 2010 — 767 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға 1746 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Васильев а. (хәҙ. Әлшәй р‑ны Иҫке Васильевка а.) типтәрҙәре Яңы Васильев исеме м‑н нигеҙ һала. 1779 й., 1782 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре, 1814 й. — татар дәүләт крәҫтиәндәре килеп ултыра. Шулай уҡ Мәҡсүт, Ҡананйылға булараҡ теркәлгән. 1795 й. 24 йортта 116 кеше йәшәгән, 1865 й. 69 йортта — 435 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 тирмән‑болғауыс булған. 19 б. 2‑се ярт. алып Яңы Васильевка (У.) булараҡ теркәлгән. 1906 й. мәсет, тирмән, бакалея кибете булған. 1996 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. З.Х.Мансуров ошо ауылда тыуған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.