УҪАҠ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Иҫке Баҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 87 км алыҫлыҡта Талбаҙы й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 262 кеше; 1920 — 287; 1939 — 296; 1959 — 290; 1989 — 219; 2002 — 212 кеше. Мариҙар йәшәй. Халҡы “Талбаҙы” ЯСЙ‑нда эшләй.

    Ауылға Бөрө өйәҙендә мариҙар нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1865 й. 29 йортта 156 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Осык, Олек‑Шопкер исемдәре м‑н билдәле булған. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән. Н.В.Алексеев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов