УРЫҪ‑ЮРМАШ, Өфө р‑нындағы ауыл, Урыҫ‑Юрмаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 31 км һәм Юрмаш т. юл ст. Көнс. табан 2 км алыҫлыҡта Юрмаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 797 кеше; 1920 — 1168; 1939 — 991; 1959 — 868; 1989 — 798; 2002 — 1120; 2010 — 1198 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, сиркәү (Серафим‑Саровский сиркәүе, кирбестән, 19 б. аҙ. — 20 б. башы, архитектура ҡомартҡыһы) бар.

Ауылға Өфө өйәҙендә батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1763 й. алып Юрмаш яңы ауылы булараҡ билдәле. Шулай уҡ Дмитриев исеме м‑н билдәле була. 1865 й. Юрмаш а. булараҡ иҫәпкә алына, 129 йортта 701 кеше йәшәгән. Игенселек, йәшелсә үҫтереү, умарт‑ҡ, ағас әйберҙәр яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, училище, ел тирмәне булған. 1906 й. земство мәктәбе, шарап һәм 3 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. В.А.Пегов, В.Н.Пегов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018