УРЫҪ‑БАЙБАҠ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Камай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 14 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 136 км алыҫлыҡта Бөрө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 247 кеше; 1920 — 449; 1939 — 507; 1959 — 228; 1989 — 73; 2002 — 111; 2010 — 107 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1699 й. Ҡазан даруғаһында Байбаҡ исеме м‑н мишәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 112 йортта 746 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018