УРЫҪ ЮРТАҠ ТОҠОМО, еңел аттар тоҡомо. Тоҡом эсендә еген (ҙур) һәм спорт (уртаса) төрҙәре бар. 19 б. аҙ. — 20 б. 1‑се ярт. Рәсәйҙә Орлов юртаҡ тоҡомо бейәләрен Америка юртаҡ тоҡомо айғырҙары м‑н ҡасырыу ярҙамында сығарыла, ҡатнаш тоҡомдар “үҙ эсендә” үрсетелә, ш. уҡ Орлов юртаҡ тоҡомо һәм Америка юртағы айғырҙары м‑н яңыртыу ҡасырыуы үткәрелә. Эре мал, тән төҙөлөшө килешле, һөйәге ныҡ, мускулатураһы яҡшы үҫешкән. Башы еңел, тура профилле. Муйыны тура, ныҡ мускуллы, мундаһы яҡшы үҫешкән, арҡаһы оҙон һәм тура, осаһы ныҡ мускуллы, киң. Аяҡтары ныҡ, тарамыштары яҡшы үҫешкән, ғәҙәттә дөрөҫ ҡуйылған, алғы аяҡтарының салышлығы осрай. Ялы һәм ҡойроғо уртаса ҡуйылыҡта. Айғырҙарҙың уртаса үлсәмдәре (см): мундаһының бейеклеге 162, кәүҙәһенең ҡыя оҙонлоғо 163, күкрәк әйләнәһе 184, енсек әйләнәһе 20; бейәләрҙеке — ошоға ярашлы 160, 161, 183, 19,5. Иң күп таралған төҫтәре: туры, ҡара, һирәк осраҡта тимер күк һәм ерән. Мал тиҙ өлгөрөүе м‑н айырыла. У.ю.т. аттары ат спортында, а.х. һәм транспорт эштәрендә файҙаланыла. Йылдамлыҡ рекордтары: 1600 м — 1 мин 56 с, 2400 м — 3 мин 3 с, 3200 м — 4 мин 6,1 с. Башҡортостанға У.ю.т. 30‑сы йй. ат спортында файҙаланыу һәм башҡорт аты м‑н ҡасырыу өсөн индерелә. Тоҡом аттарының һаны — 200‑ҙән ашыу (2007). Саф тоҡомло малдар 119‑сы Өфө йылҡысылыҡ з‑дында, “Өфө” завод ат аҙбарында, Баймаҡ тәжрибә‑производство хужалығында, Илеш р‑нының «“Андреевка” тоҡомсолоҡ хужалығы» ЯАЙ‑нда, ат спорты клубтарында аҫрала. 1954—2007 йй. Башҡортостан хужалыҡтарында 14 супер элита юртағы үҫтерелә, 3 юртаҡ тарафынан 1600 м дистанцияла бөтә Союз рекордтары ҡуйыла.

В.В.Иҙиәтуллина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Илл.: Урыҫ юртаҡ тоҡомо айғыры