УРЫҪ ЙӨК ТОҠОМО а т т а р ы. 19 б. аҙ. — 20 б. башында Рәсәйҙә урындағы еген аттарын Бельгия ардендары һ.б. йөк тоҡомдары м‑н ҡасырып сығарылған. Эре булмаған, килешле төҙөлөшө, ныҡлы һөйәкле һәм яҡшы үсешкән мускулатуралы хайуан. Маңлайы киң. Муйыны ҡыҫҡа, мускуллы, мундаһы тәпәш һәм киң, арҡаһы һәм биле тигеҙ, киң, осаһы оҙон, киң, мускуллы. Аяҡтары ныҡ, дөрөҫ ҡуйылған. Ялы ҡуйы, ҡойроғо ҡабарынҡы. Айғырҙарҙың уртаса үлсәмдәре (см): мундаһының бейеклеге 152, кәүҙәһенең ҡыя оҙонлоғо 164, күкрәк әйләнәһе 207, енсек әйләнәһе 24; бейәләрҙеке — ошоға ярашлы 148, 160, 191, 21; айғырҙарҙың тере ауырлығы 590 кг, бейәләрҙеке — 560 кг. Иң күп таралған төҫтәре: ерән, ерән‑бурыл, һирәгерәк туры һәм ҡара. Мал оҙаҡ йәшәүе (22 йәшкә тиклем), тиҙ өлгөрөүе, үрсемле, сыҙамлы һәм эшкә һәләтле булыуы м‑н айырыла. У.й.т. аттары а.х. һәм транспорт эштәрендә файҙаланыла. Эшкә һәләтле булыуының иң яҡшы күрһәткестәре: макс. тартыу көсө 860,5 кг (яҡынса 20 т йөк ауырлығына тура килә), ауырлыҡ м‑н һынауҙарҙа тартыу көсө 150 кг булғанда 2000 м 13 мин эсендә, тартыу көсө 50 кг булғанда — 5 мин 20,4 с эсендә үтелә. Башҡортостанға У.й.т. аттары 20 б. 50‑се йй. алып башҡорт атының ит һәм һөт продуктлылығын арттырыу маҡсатында индерелә башлай. Ҡатнаш У.й.т. аттары эшкә һәләтлелеге һәм продуктлылығы юғары булыуы м‑н айырыла. БР‑ҙа тоҡом аттарының һаны — яҡынса 160 (2007). Саф тоҡомло У.й.т. аттары “Өфө” завод ат аҙбарында, Стәрлетамаҡ р‑нының “Пищекомбинат”, Туймазы р‑нының “Бишенде” АХПК‑ларында аҫрала.

В.В.Иҙиәтуллина

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.