УРЫҪ ӘҘӘБИӘТЕ. Башҡортостандың У.ә. 19 б. алып үҫешә башлай. 1812 й. Т.С.Беляевтың “Ҡуҙыйкүрпәс, бер ҡурайсы тарафынан башҡорт телендә яҙылған һәм 1809 йылда Рифей тауҙары үҙәндәрендә урыҫ теленә тәржемә ителгән башҡорт повесы” (“Куз‑Курпяч, башкирская повесть, писанная одним курайчем и переведённая на российский в долинах гор Рифейских, 1809 года”) баҫылып сыға. Башҡортостан м‑н М.В.Авдеев, В.С.Зефиров, В.С.Лосиевский, П.Е.Размахнин, П.И.Добротворский, Н.Г.Гарин‑Михайловский, А.М.Фёдоров һ.б. ижади эшмәкәрлеге бәйле. Д.Четвериков үҙенең тәүге әҫәрҙәрен 1915 й. Өфөлә нәшер итә. 1930 йй. И.П.Недолин, М.Н.Нагаев романдары, Д.Ф.Швецовтың хикәйәләр йыйынтығы, П.А.Куликовтың шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. С.И.Чекмарёв ижадының сәскә атыуы уның Башҡортостанда йәшәү дәүеренә тура килә. 1933 й. урыҫ секторы (хәҙ. Яҙыусылар союзы эргәһендәге урыҫ телле Башҡортостан яҙыусыларының Ижади берекмәһе) ойошторола. 1935—37 йй. респ. Н.П.Задорнов, Б.В. һуғышы йылдарында Е.Ильина, А.П.Платонов, Б.А.Турганов һ.б. йәшәй. 20 б. 2‑се ярт. Башҡортостанда урыҫ шиғриәте Л.Абдуллина, Ю.А.Андрианов, Марсель А.Ғафуров, Н.Л.Грахов, Д.А.Дәминев, М.В.Ерилин, Г.А.Зайцев, Г.Матвеев, В.Н.Миронов, Г.П.Молодцов, Р.В.Паль, В.А.Трубицын, А.П.Филиппов, Р.Ғ.Хәкимов, С.П.Шалухин, Ғ.Ғ.Шафиҡов, прозаһы — Г.Е.Баннов, И.Бычков, А.А.Докучаева, А.И.Кузнецов, Л.А.Лушников, Р.Мәҡсүтов, Б.Н.Павлов, В.М.Перчаткин, И.Ф.Слободчиков, Э.И.Солодовников, И.В.Сотников, Ш.С.Хәзиәхмәтов, М.А.Чванов, сатира һәм юмор М.Я.Воловик һ.б. исемдәре м‑н бәйле. 80—90‑сы йй. әҙәбиәткә В.В.Денисов, Н.Н.Зимина, К.Ф.Йыһаншин, Л.Н.Керчина, С.И.Матюшин, Л.А.Соколов килә. Шиғриәт өлкәһендә С.В.Воробьёв, А.Ғ.Хөсәйенов, прозала Ю.А.Горюхин, И.А.Фролов, А.Леонидов әүҙем эшләй, Воробьёв, Е.Л.Мальгинов, С.Р.Чураева драматургияла ҡәләмен һынай. Г.И.Кацерик балалар өсөн яҙа. Фантастика жанрында Э.А.Байков, Р.М.Йәһүҙин, А.Леонидов һ.б. эшләй. Урыҫ телле яҙыусыларҙың әҫәрҙәре “Литературный альманах” (“Әҙәби альманах”; 1934), “Литературная Башкирия”, “Бельские просторы” (“Ағиҙел киңлектәре”; 1982, 1993, 1996) альманахтарында, “Һүҙ – йәштәргә” (“Слово — молодым”; 1958; бөтәһе лә – Өфө) йыйынтығында һ.б. баҫыла. “Әйберҙәр тауышы. 1997 йылдың Өфө әҙәби панорамаһы” (“Голоса вещей. Уфимская литературная панорама 1997 года”; 1997), “Өфө: Мең йыллыҡтың аҙағы. Башҡортостандың хәҙерге урыҫ шиғриәте антологияһы. 1960—1995 йылдар.” (“Уфа: Конец тысячелетия. Антология современной русской поэзии Башкортостана. 1960—1995 годы”; 1999; бөтәһе лә – Өфө) һ.б. китаптар баҫылып сыға. 1998 й. алып “Бельские просторы” ж. нәшер ителә.

С.Т.Аксаков, Г.Белорецкий, В.И.Герасимов, Т.Й.Ғиниәтуллин, С.Д.Довлатов, С.П.Залыгин, Й.Х.Ильясов, М.Я.Карпов, М.Д.Львов, М.Л.Михайлов, В.Ф.Наседкин, Е.П.Нечаев, П.С.Парфёнов, Ю.Д.Поройков, А.С.Си- ражетдинов, В.В.Сорокин, Р.У.Хөснөтдинова, Л.Шикина һ.б. урыҫ телле яҙыусылар Башҡортостанда тыуған, уларҙың ижади эшмәкәрлеге респ. ситтә үҫешкән.

У.ә. башҡорт әҙәбиәте үҫешендә ҙур роль уйнай. Башланғыс этаптарҙа уларҙың контакттары башлыса әҫәрҙәрҙе үҙ- ара тәржемә итеүгә ҡайтып ҡала (ҡара: Художестволы тәржемә). 19 б. аҙ. – 20 б. башында У.ә. башҡ. әҙәби процесына ҙур йоғонто яһай.

У.ә. башҡ. тематикаһы киң сағылыш тапҡан (ҡара: Башҡортостан урыҫ әҙәбиәтендә).

Әҙәб.: С а ф у а н о в С.Г. Русса яҙыусы башҡорт әҙиптәре //Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6‑сы т. Өфө, 1996; Башкирия в русской литературе. Т.6. Уфа, 2004; Писатели земли башкирской. Уфа, 2006.

М.Ғ.Рәхимҡолов, И.С.Сырлыбаева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.