УРЪЯҘЫ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Уръяҙы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 17 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 139 км алыҫлыҡта Бөрө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1925 кеше; 1920 — 1810; 1939 — 1121; 1959 — 508; 1989 — 335; 2002 — 264 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана  бар.

    Ауылға 1672 й. Ҡазан даруғаһында мишәрҙәр нигеҙ һала. Шулай уҡ Яңы Сабай исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 141 йортта 904 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 3 бакалея һәм 2 мануфактура кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов