УРТАКҮЛ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Уртакүл а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.‑Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта Уртакүл (Сәрмәсән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 140 кеше; 1959 — 321; 1989 — 407; 2002 — 476; 2010 — 437 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Бүздәк урта мәктәбе №1 филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 1930 й. Бүздәк с‑зы ойошторолған ваҡытта Совхоздың Уртакүл бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. Исеме гидронимдан алынған. 80‑се йй. У. 20‑се йй. нигеҙләнгән Днепровка а. ҡушыла. 2005 й. хәҙ. исемен һәм статусын ала.

З.М.Цуканова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов