УРТА УҪМАН, Шишмә р‑нындағы ауыл, Шөңгәккүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Балышлы й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 270 кеше; 1920 — 408; 1939 — 458; 1959 – 203; 1989 — 130; 2002 — 146; 2010 — 139 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. 90‑сы йй. Өфө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Моталип а. (хәҙ. Благовар р‑ны Иҫке Усман а.) кешеләре Моталип бүлендек ауылы булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Усман исеме м‑н билдәле булған. 1896 й. 4 йортта 25 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. (хәҙ. исемдә һәм статуста) мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.

Г.Т.Хөсәйенова, Р.И.Янғуразов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.