БАЛАЛАР ОЙОШМАЛАРЫ, балалар һәм өлкәндәрҙең киң күләмле ирекле берекмәләре, эшмәкәрлектәренең соц. йүнәлеше, мөнәсәбәттәрҙең демократик стиле, ойошма ағзаларына пед. йоғонто яһау м‑н характерлана. Б.о. соц.-сәйәси (балаларҙың хоҡуҡтарын, мәнфәғәттәрен, намыҫын һәм дәрәжәһен һаҡлау), соц.‑пед. (үҫмерҙәрҙе йәмғиәткә, өлкәндәрҙең ижад итеүгә ҡоролған тормошона индереүҙе маҡсатлы ғәмәлгә ашырыу; бала шәхесенең граждан булараҡ формалашыуы) һәм пед. (балаларҙы йәш һәм индивидуаль үҙенсәлектәренә ҡарап тәрбиәләү һәм үҫтереү) функциялар үтәй. Башҡортостанда тәүге Б.о. 20 б. башында барлыҡҡа килә. Граждандар һуғышы йылдарында Өфө өйәҙе Топорнин а. (хәҙ. Кушнаренко р-ны Кушнаренко а.) балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренән хеҙмәтсәндәрҙең ҡораллы дружинаһына ярҙам итеү өсөн “Ҡыҙыл гвардия” отряды ойошторола. 1921 й. күп ҡала һәм ауылдарҙа йәш коммунистар ойошмалары (10—15 йәшлек балалар) барлыҡҡа килә башлай. 1922 й. 19 майында Рәсәй коммунистик йәштәр союзының (ҡара: Бөтә Союз Ленинсы коммунистик йәштәр союзы) 2-се Бөтә Рәсәй конференцияһы пионер отрядтары ойоштороу т‑да ҡарар ҡабул итә. 1923 й. майында Өфөлә йәштәр союзының 1-се ҡала район ком‑ты эргәһендә пионер отряды ойошторола. 1923 й. 10 окт. Башҡортостан пионер ойошмаһының тыуған көнө тип һанала: был көндө тәүге тапҡыр пионерға алыу тантанаһы үткәрелә. Пионерҙарға талаптар, уларҙың эшмәкәрлек программаһы Пионерҙың тантаналы анты, Йәш пионерҙар закондары, “Советтар Союзы Коммунистар партияһы эше өсөн көрәшкә һәр ваҡыт әҙер бул!” девизы һәм “Һәр ваҡыт әҙер!” яуабы м‑н билдәләнә. Пионерҙарҙың үҙ символдары (ҡыҙыл байраҡ, флаг, галстук, значок); атрибуттары (борғо, барабан, форма); ритуалдары (салют, сафҡа теҙелеү, линейкалар, байраҡ индереү, флаг күтәреү, традицион пионер сборҙары, усаҡтар) һ.б. була. Пионер ойошмаһы эшмәкәрлеге м‑н ВЛКСМ етәкс. итә. Пионер отрядтарын берләштереүсе пионер дружинаһы пионерҙарҙың ойоштороу нигеҙе була. Респ. Пионер ойошмаһы В.И.Ленин ис. Бөтә Союз пионер ойошмаһына инә. Отрядтарҙа һәм дружиналарҙа эш урындағы шарттарҙы һәм милли йолаларҙы иҫәпкә алып үткәрелә. Пионер отрядтары коммунистик өмәләрҙә ҡатнаша, комсомолдарға наҙанлыҡты бөтөрөүҙә, балалар ҡарауһыҙлығы м‑н көрәштә ярҙам итә. 1924 й. Академүҙәк эргәһендә балалар хәрәкәте б‑са методик комиссия ойошторола. Рәсәй Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Ай йәмғиәтенең Башҡ‑н өлкә ком‑ты ҡатнашлығында “Йәш пионерҙарҙың һаулыҡ хеҙмәте” сиктәрендә балаларға мед. күҙәтеүе үткәреү, уларҙы шифахана-курорт учреждениеларына ебәреү, пионер лагерҙарында табип контроле ойошторола. 1924 й. аҙ. респ. барлыҡ торама пункттарында ла пионер төркөмдәре барлыҡҡа килә, Өфөлә улар 18 була. Бер ихата, мәктәп, район балалары проблемаларын хәл итеү өсөн ойоша башлаған пионер хәрәкәте тора-бара “Керпе” ж. (ҡара: “Аманат”), “Йәш төҙөүсе” гәз. (ҡара: “Йәншишмә”) кеүек үҙ ваҡытлы матбуғат баҫмалары һәм “Йәш юҡсыл” (ҡара: “Йәш коммунар”), “Башҡортостан йәштәре” гәз. пионер биттәре булған киң ҡоласлы балалар ойошмаһына әүерелә. Пионер хәрәкәте балаларҙың буш ваҡытын ойоштороуҙа, уларҙы ижт.-сәйәси тормошҡа ылыҡтырыуҙа булышлыҡ итә, балаларҙы коллективизмға, үҙ-ара ярҙамсыллыҡҡа өйрәтә, уларҙың художестволы һәм техник ижадын үҫтерә. Киңәйгән һайын пионер хәрәкәте 9 йәшкә тиклемге балаларға нығыраҡ йоғонто яһай. 1924 й. июль-авг. пионер отрядтарында кескәйҙәр өсөн тәүге төркөмдәр ойошторола башлай, тәүҙә улар “мәктәр”, “бөртөктәр”, “ҡыҙыл йондоҙсоҡтар” тип йөрөтөлә, ләкин “октябряттар” тигән исем нығына. Октябрят төркөмдәре балалар баҡсаларында, мәктәпкәсә балалар йорттарында ойошторола. 1930 й. төркөмдәр мәктәптәрҙең башланғыс кластарында ойоша башлағас, респ. октябряттар хәрәкәте айырыуса киң ҡолас ала. Октябряттар сафына ингәндә балаларға түшкә таға торған билдә — В.И.Лениндың бала саҡ портреты төшөрөлгән ҡыҙыл яҡут төҫлө биш мөйөшлө йондоҙсоҡ бирелә башлай. Октябряттар төркөмө бер нисә йондоҙсоҡтан (һәр береһендә 5-әр октябрят) тора. Төркөм вожатыйы — пионер йәки уҡыусы комсомол. Октябряттар эшен (нигеҙҙә, уйын рәүешендә) ВЛКСМ ҮК раҫлаған “Октябряттар — буласаҡ пионерҙар. Октябряттар — тырыш балалар, мәктәпте яраталар, өлкәндәрҙе хөрмәт итәләр. Хеҙмәт яратҡандарҙы ғына октябрят тип йөрөтәләр. Октябряттар — ғәҙелдәр һәм ҡыйыуҙар, етеҙҙәр һәм оҫталар. Октябряттар — дуҫ балалар, уҡыйҙар һәм һүрәт төшөрәләр, уйнайҙар һәм йырлайҙар, күңелле йәшәйҙәр” тигән ҡағиҙәләр нигеҙендә уҡытыусылар һәм вожатыйҙар ойоштора. 1925 й. майында Өфөлә пионер хеҙм‑рҙәренең 1-се Өлкә кәңәшмәһе үтә, унда 140 пионер вожатыйы ҡатнаша; был ваҡытҡа респ. 163 пионер отряды була. 1926 й. алып респ. пионер ойошмаһы йыл һайын үҙ алдына аныҡ бурыстар ҡуя һәм ижт. файҙалы хеҙмәткә әүҙем ҡушыла. Пионерҙар тракторҙар һәм комбайндар алыуға аҡса йыя, уңышты һәм колхоз милкен һаҡлау өсөн дозорҙар булдыра, мәктәп яны ярҙамсы хужалыҡтарын ойоштора. Пионер ойошмалары нигеҙендә йәш натуралистар түңәрәктәре ойошторола, улар тыуған яҡ тәбиғәтен өйрәнә. 1935 й. респ. балалар экскурсия-туристик станцияһы асыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тимурсылар хәрәкәте киң ҡолас ала. Тимурсылар фронтовиктар ғаиләләренә, госпиталдәргә, балалар йорттарына һ.б. шефлыҡ итә. Пионерҙар һәм уҡыусылар уңыш йыйыуҙа ҡатнаша, дарыу үләндәре йыя, “Башҡортостан пионеры” танк колоннаһын, “Башҡортостан комсомолы” истребитель самолёттар эскадрильяһын төҙөүгә аҡса йыйыуҙы ойоштора; һуғыш йылдарында СССР Оборона фондына 12 млн һумдан ашыу аҡса тапшыра, фронтовиктарға 800 меңдән ашыу посылка оҙата. 1956 й. йәйендә респ. пионерҙары тыуған яҡты өйрәнеү б‑са Бөтә Союз экспедицияһына ҡушыла, һөҙөмтәлә бик күп мәктәп музейҙары асыла. Шул саҡта уҡ “Халыҡтарҙың дуҫ ғаиләһендә” 1-се респ. слёт-фестивале үткәрелә. Пионер дружиналарында интернациональ дуҫлыҡ клубтары (КИД) ойошторола. Респ. пионерҙары сит илдәрҙәге тиҫтерҙәре м‑н хатлаша, сит телдәр өйрәнә һ.б. 1958 й. уҡыусыларҙың производство бригадалары хәрәкәте үҫеш ала. Комсомолдар м‑н бер рәттән, пионерҙар ҙа сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙә ҡатнаша, күптәре хөкүмәт наградаларына лайыҡ була. 1960‑сы йй. мәктәптәр, пионерҙар йорттары нигеҙендә йәш коммунарҙар отрядтары эшләй башлай. Улар Бөрө, Бәләбәй, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ. айырыуса әүҙем була. 70‑се йй. уртаһынан ҡыҙыл эҙәрмәндәр хәрәкәте киң ҡолас ала, улар Башҡортостандан хәрби формированиелар т‑да мәғлүмәттәр йыя. Пионерҙар Лениндың эшмәкәрлеген, тыуған яҡты өйрәнеү, макулатура һәм металл һыныҡтары йыйыу һ.б. м‑н шөғөлләнә. 20 б. 80-се йй. пионер ойошмаһы эшмәкәрлеге ныҡлап үҙәкләштерелә: дөйөм союз кампаниялары, смотрҙары, “Зарница” һәм “Орлёнок” хәрбиләштерелгән уйындары, “Пионер отрядтары марштары” һ.б. үткәрелә. 10-сы Бөтә Союз пионер слётында (1990) В.И.Ленин ис. Бөтә Союз пионер ойошмаһы Пионер ойошмалары союзы — Балалар союздары федерацияһы тип үҙгәртелә. 1990-сы йй. алып респ. “Башҡортостан пионерҙары”, “Ҡурай”, “Йәйғор” һ.б. Б.о. эшләй. Шулай уҡ ҡара: Скаутизм.

Әҙәб.: Гайнетдинов В.Т., Жаринова И.И., Колокольников В.Л. И красный галстук на груди. Уфа, 1983.

И.И.Жаринова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика