УРТА ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ, проф. белемдең икенсе баҫҡысы, маҡсаты — урта квалификациялы белгестәр әҙерләү; ижади һәм проф. фекерләүҙе үҫтерергә булышлыҡ иткән дөйөм теоретик һәм махсус белемдәр һәм проф. күнекмәләр йыйылмаһы. Ҡайһы бер һөнәрҙәр өсөн У.п.б. — проф. әҙерлектең юғары баҫҡысы (балет, цирк артистары, ҡайһы бер художество һөнәрҙәре). РФ‑та У.п.б. төп дөйөм, урта белем йәки башланғыс профессиональ белем нигеҙендә алына. У.п.б. уҡыу йорттары РФ‑тың “Мәғариф тураһында”ғы законына (1992) ярашлы эшләй; ойоштороу‑хоҡуҡ формаһы б‑са федераль, муниц. һәм дәүләт ҡарамағында булмаған төрҙәргә бүленә; уларҙың эшмәкәрлеге устав һәм белем биреү учреждениелары ҡағиҙәләре м‑н көйләнә. Уҡыу йортона ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырғандар алына. У.п.б. йөкмәткеһе инвариантлы һәм вариантлы компоненттарҙан торған дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы формалаштырыла. Башланғыс проф. белеме булған кешеләргә тейешле профилдәге У.п.б. ҡыҫҡартылған программалар б‑са алырға мөмкин. Башҡортостанда дини уҡыу йорттары (ҡара: Мәҙрәсә, Дини семинария) тәүге У.п.б. учреждениелары була. Благовещен уҡытыусылар семинарияһының асылыуы донъяуи У.п.б. башланғыс һала. 1917 й. У.п.б. системаһына ауыл хужалығы буйынса белем биреү, дини белем биреү, коммерция белеме биреү, медицина белеме биреү, педагогик белем биреү, тау эше белеме биреү, хәрби белем биреү һ.б. инә.

Урта проф. пед. уҡыу йорттарына Өфө уҡытыусылар институты, уҡытыусылар семинариялары, Бөрө башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар мәктәбе, Өфө татар уҡытыусылар мәктәбе ҡарай. Хәрби белем — Неплюев кадет корпусында, мед. — Ырымбур хәрби госпитале эргәһендәге фельдшер мәктәбендә, акушер‑фельдшер мәктәптәрендә, коммерция — Коммерция училищеһында, а.х. — Ер үлсәү училищеһында, техник белем Златоуст урта механика‑техника уч‑щеһында бирелә.

1917 й. алып политехник белем биреү принциптарына нигеҙләнгән урта проф. уҡыу йорттары асыла. У.п.б. биргән уҡыу йорттарының төп типтары булып техникум һәм училищелар, ш. уҡ колледждар тора. Респ. мед., пед., а.х., төҙөлөш, технология, транспорт һәм элемтә, физик культура, юридик, художество урта проф. уҡыу йорттары, ш. уҡ еңел, аҙыҡ‑түлек, нефть сәнәғәте һ.б. өсөн белгестәр әҙерләгән урта проф. уҡыу йорттары эшләй. 1926 й. — 12, 1941 — 58 (16 меңгә яҡын уҡыусы), 1947 — 47 (10,4 меңгә яҡын, шуларҙың яҡынса 10%‑ы башҡорттар), 1967 — 59, 1985 — 70, 1995 — 76 дәүләт (63,5 мең) һәм 2 дәүләт ҡарамағында булмаған (0,5 мең), 2009 й. — 76 (79 мең) һәм 20 (13,6 мең) урта махсус уҡыу йорто иҫәпләнә.

Республикала У.п.б. формалашыу тарихына Р.З.Алмаев, М.М.Бикбаев, С.Ғ.Мирсәйетова, М.Н.Фәрхшатов, Т.М.Әминев һ.б. хеҙмәттәре арналған.

Әҙәб.: М а р к е л о в а Л.Н. Среднее профессиональное образование Башкортостана 1925—1985 гг.: становление и развитие. Стерлитамак, 2005; А м и н о в Т.М. История профессионального образования в Башкирии. Начало XVII века — до 1917 года. М., 2006.

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018