УРТА МУЙНАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Муйнаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнc. 30 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 64 км алыҫлыҡта Өҫкәлек й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 241 кеше; 1920 — 220; 1939 — 278; 1959 — 228; 1989 — 146; 2002 — 184; 2010 — 176 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы Муйнаҡ а. (Үрге Муйнаҡ) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Рәйемғужа исеме м‑н теркәлгән. 20 б. башына тиклем Үрге Муйнаҡ а. м‑н бергә иҫәпкә алынған. 1900 й. мәсет булған. М.И.Ғәлиева, Р.Р.Ҡарабулатов ошо ауылда тыуған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов