УРТА ҠАРАМАЛЫ, Хүрәмәйә, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Урта Ҡарамалы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 917 кеше; 1920 — 579; 1939 — 612; 1959 — 481; 1989 — 335; 2002 – 397 кеше. Сыуаштар йәшәй. Халҡы “Урта Ҡарамалы” ЯСЙ‑нда эшләй. Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба  ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Аҙналы‑Ҡарамалы а. (хәҙ. Түб. Ҡарамалы а.) кешеләре нигеҙ һала, 1786 й. алып Ҡарамалы исеме м‑н билдәле. Шулай уҡ Аҙналы, Сыуаш‑Ҡарамалы, Урта Аҙналы‑Ҡарамалы булараҡ билдәле була. 1865 й. 85 йортта 674 кеше йәшәгән. Игенселек, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, министрлыҡ мәктәбе, 2 һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 80‑се йй. У.Ҡ. 20‑се йй. нигеҙләнгән Үрге Ҡарамалы а. ҡушыла.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов