УРТА АҠБАШ, Кушнаренко р-нындағы ауыл, Шәрип а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 23 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Кәрәкә й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 495 кеше; 1920 — 570; 1939 — 397; 1959 — 306; 1989 — 202; 2002 — 168; 2010 — 175 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға Өфө өйәҙе Ҡаршын улусы Аҡбаш а. (хәҙ. Үрге Аҡбаш а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле (220 кеше иҫәпкә алынған). 1865 й. 145 йортта 832 кеше йәшәгән (Үрге Аҡбаш һәм Түбән Аҡбаш аа. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған). Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1896 й. мәсет теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.