УРСАЙ, Шаран р‑нындағы ауыл, Аҡбарыҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 8 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Шалтыҡ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 214 кеше; 1920 — 288; 1939 — 244; 1959 — 181; 1989 — 99; 2002 — 99 кеше. Мариҙар йәшәй. Халҡы «“Элем” агрофирмаһы» ЯСЙ‑нда эшләй. Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

    Ауылға 1632 й. Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 18 йортта 86 кеше йәшәгән, 1865 й. 13 йортта — 74 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. һыу тирмәне, ярма ярғыс теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов