УРОМИЦЕС (Uromyces), тут бәшмәктәре төркөмө. 600‑гә яҡын бер һәм төрлө хужалы төрҙәре билдәле, киң таралған. Башҡортостанда бер нисә тиҫтә төрө бар. Башлыса ҡуҙаҡлылар (уредо- һәм телейтостадиялар) һәм һөтлөгән һымаҡтар (эцидиялар) ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәрҙә паразит булып йәшәйҙәр. Үҫеш циклы тулы һәм тулы булмаған бәшмәк. Пикниялары батынҡы, шар йәки бәләкәй фляга формаһында, перифиз өлпөһө (стериль гифтар) бар. Эцидиялары перидийлы (тышса). Уредоспоралары (тышсаһы ваҡ сәнскеләр м‑н ҡапланған) һаптарҙа урынлашҡан, ҡыҙғылт көрән төҫтә. Пустулаларҙан айырылып сыҡҡанда спора һабы м-н бергә ысҡына. Телейтоспоралары бер күҙәнәкле. Телейтоспоралар туплау үҫемлектәрҙең зарарланған ағзаларында ҡара төҫтәге бәрхәт мендәрҙәр барлыҡҡа килтерә. Ауырыуҙың симптомдары — ҡыҙғылт көрән төҫтәге таптар йәки һыҙаттар. БР‑ҙа борсаҡ, клевер һәм люцерна туты иң зарарлылары булып һанала. Зарарланған үҫемлектәр аҙ уңыш бирә. У. ҡотолоу өсөн ҡуҙаҡлыларҙың ҡалдыҡтарындағы базидио- һәм телейтоспоралы тупраҡҡа коллоид көкөрт һибәләр, ш. уҡ уларҙың хужалары — сүп үләндәре (мәҫ., һөтлөгән) м‑н көрәш һөҙөмтәле.

М.Ю.Шәрипова

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.