УРМАНЦЕВ Юнир Абдулла улы (28.4.1931, Стәрлетамаҡ ҡ.), философ. Филос. ф. д‑ры (1974). МДУ‑ны тамамлаған (1955). 1963—2006 йй. РФА‑ның К.А.Тимирязев ис. Үҫемлектәр физиологияһы ин‑тында эшләй (Мәскәү). Фәнни хеҙмәттәре системаларҙың дөйөм теорияһы, системалы философия проблемаларына арналған. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Образование — фундаментальная форма постижения бытия. М., 2004; Симметрия природы и природа симметрии: философские и естественно-научные аспекты. 2‑се баҫма. М., 2006; Эволюционика, или общая теория развития систем природы, общества и мышления. 2‑се баҫма, эшкәртелгән һәм тулыландырылған. М., 2009.

А.В.Лукьянов

Тәрж. М.Х.Хужин