УРМАНТАУ МӘМЕРЙӘҺЕ, 1‑се Атаутамаҡ. Салауат р‑ны Урмантау а. көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, аҫҡы пермдең әртә ярусы эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Төньяҡ‑көнбайыш һәм төньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле каньон һәм туннель формаһындағы коридорҙарҙан торған лабиринттан ғибәрәт. Оҙонлоғо 621 м, тәрәнлеге 36 м, уртаса киңлеге 2,0 м, уртаса бейеклеге 3,7 м, амплитудаһы 36 м, майҙаны 1004 м2, күләме 3767 м3. Һуҙынҡы карст упҡынындағы инеү урынынан (киңлеге 1,0 м, бейеклеге 1,5 м) һикәлтәләр һәм ҡоҙоҡтар м‑н берләшкән 2 ҡатлы коридорҙар лабиринты башлана. Иҙәне балсыҡ, ваҡ таштар м‑н ҡапланған; үтә туйындырылған ҡабыҡ һымаҡ һарҡымдар, сталактиттар һәм сталагмиттар бар. Мәмерйә ҡоро, инеү урыны эргәһендә йәйгә тиклем боҙ һаҡлана. Ярғанаттар йәшәй.

Ю.В.Соколов

Тәрж. И.М.Япаров