УРМАНТАУ, Салауат р‑нындағы ауыл, Таймый а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 61 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 89 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 1835 кеше; 1989 — 863; 2002 — 483; 2010 — 357 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 40‑сы йй. аҙ. ағас әҙерләү эштәре ойошторолған ваҡытта ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала. Ауыл эргәһендәге Урмантау мәмерйәһе — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.