УРМАНСЫЛЫҠ, 1) үҫемлекселектең ағас, башҡа урман продукттары алыу, ш. уҡ һаҡлау, һыу көйләү, һауыҡтырыу, эстетик һ.б. халыҡ‑хужалыҡ һәм соц. маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн урман үҫтереү м‑н шөғөлләнгән тармағы. У. урман хужалығының нигеҙе булып тора. 2) Тәбиғәт, урманды үҫтереү һәм яҡшыртыу, уның продуктлылығын арттырыу ысулдары т‑дағы фән. Урмандарҙы өйрәнеү фәненә, төрлө тәбиғи һәм производство‑иҡт. шарттарҙа урман үҫтереү технологияларының фәнни нигеҙҙәрен эшләгән У. бүленә. Башҡортостанда фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30—50‑се йй. Урман тәжрибә станцияһында башлана, унда шыршы‑аҡ шыршы (В.Н.Быстров, А.В.Письмеров, А.С.Сахаро- ва), имән (В.П.Крайнев), ҡарағай (Н.С.Антипин, Быстров, А.М.Йыһангиров һ.б.) урмандарының тәбиғи юл м‑н яңырыу процестары өйрәнелә. 60—70‑се йй. респ. терр‑яларында урман үҫтереү һәм урман хужалығы б‑са районлаштырыу үткәрелә (И.П.Положенцев, А.Е.Рябчинский һ.б.); тотош ҡырҡыуҙың яҙ көнө һыу йыйыу бассейндарынан ағып сыҡҡан һыу күләменә тәьҫире өйрәнелә, тау йылғалары буйындағы һаҡлаусы урман һыҙаттарының нормативтары эшләнә (М.Ә.Моратов, Р.С.Сурағолов, Е.П.Яскевич һ.б.); тау ҡарағайлыҡтарының йәш структураһы билдәләнә, яйлап ҡырҡыу б‑са тәҡдимдәр индерелә (Положенцев). 60‑сы йй. уртаһынан БР Урман хужалығы министрлығының тупраҡ ғилеме һәм селекция орлоҡсолоғо лаб. ағас үҫемлектәренең минераль туҡланыуын диагностикалау, урман питомниктарын, ағас орлоҡтары етештереү плантацияларын һ.б. агрохимик тикшереү, тупраҡтарын өйрәнеү б‑са (З.С.Сурағолова), 70‑се йй. башлап Биология институтында — тәбиғәткә техноген тәьҫир итеү шарттарында урмандарҙың санитария‑һаҡлау ролен, ағас үҫемлектәренең сәнәғәт бысратҡыстарына бирешмәүсәнлеген, урман барлыҡҡа килеү процестарының законлыҡтарын тикшереү б‑са (А.А.Баталов, А.Ю.Кулагин, Ю.З.Кулагин һ.б.), 80‑се йй. уртаһынан Аграр университетта рекреацион урманды файҙаланыу нигеҙҙәрен эшләү (С.И.Конашова, Ә.Ф.Хәйретдинов), йүкәлектәрҙә (Р.Р.Солтанова) һәм төрлө йәштәге урман культураларында (М.Р.Сәхибгәрәев) хужалыҡ алып барыу б‑са, респ. урмандарының экологик продуктлылығы һәм яһалма урман экосистемаларында урманды файҙаланыуҙың даимилығы проблемалары б‑са (К.М.Ғәбдрәхимов) фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла.

Әҙәб.: Г а б д р а х и м о в К.М., Х а й р е т д и н о в А.Ф. Экологический потенциал лесов Южного Урала. Уфа, 2000; Х а й р е т д и н о в А.Ф., К о н а ш о в а С.И. Рекреационное лесоводство. М., 2002; Г а б д р а х и м о в К.М., С а б и р з я н о в И.Г. Воспроизводство и повышение экологической продуктивности лесов Южного Урала. М., 2006.

К.М.Ғәбдрәхимов, Ә.Ф.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова