УРМАНСЫ, Салауат р‑нындағы ауыл, Лаҡлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 32 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т. табан 20 км алыҫлыҡта Лаҡлы й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 432 кеше; 1920 — 443; 1939 — 509; 1959 — 501; 1989 — 434; 2002 — 511; 2010 — 405 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Лаҡлы урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Түбәләс улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Әүшән, Аҡмырҙа һәм Мырҙаш Урмансиндар билдәле. 1795 й. 13 йортта 94 кеше йәшәгән, 1865 й. 39 йортта — 230 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 3 бакалея кибете, тимерлек теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов