УРМАНКҮЛ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡаҙансы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 37 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 73 км алыҫлыҡта Көтмәҫ й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 253 кеше; 1920 — 324; 1939 — 279; 1959 — 248; 1989 — 175; 2002 — 169; 2010 — 147 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Бөрө өйәҙендә Урманаҫтыкүл исеме м‑н нигеҙ һалына. 1896 й. 40 йортта 214 кеше йәшәгән. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен (гидронимдан алынған) йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018